Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
23 Февраль , 11:00

Студенттар фронтҡа ярҙам итә

Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенттары махсус хәрби операция башланыу менән яугирҙәргә ярҙам итергә тотондо. Бөгөн учреждениела фронтта ҙур һорау менән файҙаланған окоп шәмдәре әҙерләү буйынса эштәр киң йәйелдерелгән. Айына ғына ла яҡынса 600 һауыт әҙерләйҙәр. Бөгөн улар фронтҡа барлығы һигеҙ меңдән ашыу окоп шәме оҙатҡан. Эштәр менән Баймаҡ ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Юрий Трушин һәм колледж уҡытыусыһы Сергей Игольников етәкселек итә. 

- Яугирҙәрҙән окоп шәмдәренә һорау ҙур, - тине Юрий Анатольевич.  – Улар ярҙамында кейем киптерәләр, сәй ҡайнатып эсәләр, ризыҡтарын, һыуыҡ блиндаждарҙы йылыталар. Беҙҙең окоп шәмдәре бөтә фронт буйлап таратыла. Яугирҙәргә ярҙам итергә мөмкинселек биргәндәре өсөн колледж етәкселегенә рәхмәт белдерәбеҙ.   

Окоп шәмдәрен әҙерләүҙе Юрий Трушин тулыһынса үҙ ҡулына алған. Парафин, кәрәк була ҡалһа ҡалай һауыттарын да заказ менән алдырта. Сығымдарҙы ул башлыса үҙе ҡаплай. Шулай уҡ ҡала һәм район эшҡыуарҙары ла ярҙам ҡулы һуҙа.

Окоп шәмдәрен барлыҡ технологияны күҙәтеп әҙерләйҙәр. Сөнки улар төтәп, яугирҙәрҙең торған урынын “һатырға” тейеш түгел. Бында инде студенттар менән уҡытыусы Сергей Игольников етәкселек итә. Тәүҙә һауытын йыуып, ҡыҙҙырып алалар. Ҡатырғанан таҫмалар ҡырҡып тултыралар. Һуңынан иретелгән парафин әҙер һауыттарға ҡойола. Ҡарамаҡҡа еңел генә тойолһа ла, уның артында шул ҡәҙәр ҙур хеҙмәт ята.

- Ҡайһы ваҡыт окоп шәмдәрен хәрби тактика алып барыу өсөн дә файҙаланалар, - тине Юрий Трушин. – Махсус рәүештә уларҙы яндырып, кәрәкле урынға ултырталар. Квадракоптер аша уның яҡтылығын тойған дошман, шул ергә снарядтар ырғыта. Ә беҙҙең яугирҙәр шуны файҙаланып, “ҡошсоҡ”то юҡ итә. Шуның менән, беҙҙең студенттар яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлауға тос өлөш индерә, тип ышаныслы әйтә алам.

Студенттар әҙерләгән окоп шәмдәре “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмө аша фронтҡа оҙатыла. Йәштәрҙә хеҙмәт аша патриотик рух тәрбиәләгән колледж етәкселегенә, айырыуса, Сергей Игольниковҡа һәм Юрий Трушинға рәхмәт әйтергә генә ҡала. Улар Ватаныбыҙ именлеге һағында торасаҡ һалдаттар әҙерләүгә тос өлөш индерә.

Лилиә ТАКАЕВА.

Фото:  

Студенттар фронтҡа ярҙам итә
Студенттар фронтҡа ярҙам итә
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас