-6 °С
Болотло
Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайы менән район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр менән осрашты. Улар араһында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡандар ҙа, контракт хеҙмәтен тултырыусылар ҙа бар ине.
- Махсус хәрби операция яугирҙәре менән осрашыу минең өсөн бик мөһим. Улар иңдәренә төшкән ауыр һынауҙы лайыҡлы үтә. Шундай осрашыу мөмкинлеге тыуыуына бик шатмын, - тине Азамат Сәфәрғәле улы. – Яугирҙәрҙең ҡаһарманлыҡтары өсөн рәхмәт белдергем килә. Һеҙ беҙҙең тыныслыҡты яҡлайһығыҙ. Беҙҙең өсөн өлгө булып тораһығыҙ. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм батырлығығыҙ һәр ваҡыт хәтерҙә буласаҡ.
Яугирҙәр бындай мөһим осрашыуҙа үҙҙәрен борсоған һорауҙарын биреп, уларға а ныҡ яуаптар алды.