-6 °С
Болотло
Баймаҡ ҡалаһынан Нурмөхәмәт Ғүмәров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙең әсәһенә — Муллаҡай ауылында йәшәүсе Мостаҡимова Әсмә Сәйетғәле ҡыҙына, ярҙам йөҙөнән, утын алып килеп бирҙе. Хәҙерге еңел булмаған ваҡытта бындай хәстәрлек һәм иғтибар айырыуса мөһим. Нурмөхәмәт Зәйнетдин улының изге эше оло ихтирамға һәм рәхмәткә лайыҡ!