-6 °С
Болотло
Таулыҡай ауылының “Уңғандар” төркөмө ирекмәндәре бөгөн дә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә күстәнәстәрен әҙерләне. Бөгөн уңған ҡатын-ҡыҙҙар, исемдәренә тап килтереп, етмеш бер вакуумлы пакетта былау әҙерләне. Әйтергә кәрәк, Баймаҡтың “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмө тарафынан был өй ризығын яугирҙәр күптән яратап “Баймаҡ былауы” тип атап йөрөтә. Әле Тайлыҡай уңғандары әҙерләгән былауҙар яҡын арала яугирҙәргә оҙатыласаҡ.