Беренсе Төркмән ауылында иҫтәлекле һәм тарихи ваҡиға булып үтте. Ғата Сөләймәнов исемендәге музейҙа махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугир - Харрасов Айсар Радик улына арналған экспозиция барлыҡҡа килде. Туғандары уның иҫтәлекле әйберҙәрен, шул иҫәптән Ҡаһарманлыҡ ордены һәм Рәхмәт хаттарын музейға тапшырҙылар.
Сара барышында яугирҙең туғандары һәм яҡындары ғорурлыҡ менән уның турала йылы хәтирәләре менән бүлештеләр. Айсар Радик улының исеме Рәсәй тарихына үҙ еренең ҡаһарман улы, һаҡсыһы һәм яҡсыһы булып инеп ҡалды.
Харрасов Айсар Радик улы иҫтәлегенә арналған сара Төркмән урта мәктәбендә, "Ирәндек" командаһы (Әхмәр һәм Төркмән ауылдарының йәштәр йыйылма командаһы), Күсей һәм Иҫке Сибай ауылдары командалары ҡатнашлығында спорт ярыштары менән дауам итте. Уйынсылар волейбол, шашка, теннис һәм бильярд буйынса көс һынаштылар.
Иҫтәлекле көндө ойоштороусыларға, спорт уйындарында ҡатнашыусыларға, сараның бағымсылары - Харрасовтар ғаиләһенә ҙур рәхмәт, афарин!