-6 °С
Болотло
Ишей ауылы халҡы "Сәләмәт ауыл" проекты сиктәрендә МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итеүҙән туҡтамай. Хәлиҙә Ишдәүләтова, Әлфирә Абдуллина, Алтынбикә Ҡарасурина улар өсөн маскировкалау селтәре үреүҙе дауам итә. Күҙ нурҙарын түгеп, ваҡыттарын йәлләмәй, яугирҙәргә һаҡ ҡалҡаны булырҙай селтәрҙәр үргән ирекмәндәргә рәхмәт!