-4 °С
Болотло
Мерәҫ ауылы ирекмәндәре яугирҙәргә әүҙем ярҙам күрһәтә. Маскировка селтәрҙәре үреү, уларҙың һорауҙарын үтәү буйынса маҡсатлы эш алып баралар. Ошо көндәрҙә әүҙем һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙар берҙәм көс менән яугирҙәргә “Баймаҡ былауы” әҙерләне. Әйтергә кәрәк, “Беҙ бергә” ирекмәндәре бешергән бындай өй ризыҡтарын яугирҙәр яратып өлгөрҙө. Шуға күрә лә уны яратып “Баймаҡ былауы” тип уларға һәр ваҡыт күпләп заявка бирәләр.
Мерәҫтәр яугирҙәргә былау әҙерләүҙә ярҙам күрһәткән бағыусылар Кәрим Тимерйән улына, Сәриә Айрат ҡыҙына, Маңсулпан Миңләхмәт ҡыҙына рәхмәт белдерә.