Ике көн рәттән Б. Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбендә Чечен һуғышында батырҙарса һәләк булыусы ауылдашыбыҙ Усманов Хәлис Миңлеғәле улының яҡты иҫтәлегенә арналған «Мәңге хәтерҙә» тип исемләнгән Беренсе Этҡол ауылы биләмәһе округтары араһындағы волейбол ярышы үтте. Сараны ауыл биләмәһе башлығы Йәнбирҙин Илгиз Ғәлимнур улы асты һәм ҡатнашыусы командаларға уңыштар теләне. Ауылыбыҙҙың имам-хатибы, хажи Ғәҙелмурзин Азамат Хөсәйен улы батырыбыҙҙың яҡты рухына аят бағышланы. Сарала Хәлис Миңлеғәле улының ата-әсәһе Көнһылыу Сөнғәт ҡыҙы, Миңлеғәле Ғәббәс улы Усмановтар ҡатнашты һәм спонсорлыҡ ярҙамы күрһәттеләр. Уйында бөтәһе алты команда ҡатнашты. Ике көн дауамында барған сәмле ярыштың һөҙөмтәләре түбәндәгесә:
1- се урын- Ғәҙелбай ауылы командаһы (депутаттары Ҡасҡынов Рәүф Хәмитйән улы, Яйыҡбаев Кәрим Әкрәм улы)
2- се урын -Беренсе Этҡол ауылының 2-се округы (депутаты Монасипов Рәүф Мәхмүт улы)
3- сө урын- 3-сө округ (депутаты- Ҡунысбаева Рәхилә Ғиззәт ҡыҙы)
Шулай уҡ 1-се округ (депутаты Әбелғазин Юлай Ихсан улы), 5-се округ (Хәлиуллина Фәриғә Аҡназар ҡыҙы), 6-сы округ ( Буранбаева Рима Нәғим ҡыҙы) командалары ла бик ихлас уйнанылар.
Беренсе Этҡол урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы Йортбәков Рәсих Рәсүл улы һәм Азаматова Гөлнур Йыһанур ҡыҙы волейбол ярышын юғары кимәлдә ойоштороп үткәрҙеләр. Уйынды ойоштороусыларға, мәктәп администрацияһына, спонсорҙарға, депутаттарға, ҡатнашыусы командаларға һәм көйәрмәндәргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Йылдар үтер, батыр егетебеҙ Усманов Хәлис Миңлеғәле улы тураһындағы хәтер туғандары, ауылдаштары, иптәштәре һәм яҡташтары күңелендә мәңге һаҡланыр.