Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
13 Февраль , 09:05

Хәнифә Ишалина - “Йыл ирекмәне”

Таулыҡай ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә әүҙем ярҙам итә. Хәнифә Азамат ҡыҙы етәкселегендәге “Уңғандар” төркөмө был йәһәттән бик әүҙем. Флис материалынан шапка, толстовка, дауалаусы билбау, яраланған һалдаттарға махсус күлдәк тегәләр, түбәтәй сигәләр. Бынан тыш...

Таулыҡай ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә әүҙем ярҙам итә. Хәнифә Азамат ҡыҙы етәкселегендәге “Уңғандар” төркөмө был йәһәттән бик әүҙем. Флис материалынан шапка, толстовка, дауалаусы билбау, яраланған һалдаттарға махсус күлдәк тегәләр, түбәтәй сигәләр. Бынан тыш өй ризыҡтарын да улар бик күп әҙерләй. Берҙәм көс менән маскировкалау селтәре, шулай уҡ спанбонд материалынан яугирҙәргә шапкалар ҙа күпләп үрәләр. Вакуум пакеттарға тултырылған былау, тарттырылған ит менән ҡара бойҙай бутҡаһы, ҡыҙҙырылған ит менән макарон әҙерләйҙәр. Әйтергә кәрәк, “Беҙ бергә” ирекмәндәре бешергән бындай өй ризыҡтарын яугирҙәр яратып өлгөрҙө. “Баймаҡ былауы” тип уларға һәр ваҡыт күпләп заявка бирәләр.

Яугирҙәргә булған ярҙамы өсөн Хәнифә Ишалина Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылыш-Ҡоролтайы рәйесенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Хәнифә Азамат ҡыҙына артабан да уңыштар, еңел булмаған сауаплы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Хәнифә Ишалина - “Йыл ирекмәне”
Хәнифә Ишалина - “Йыл ирекмәне”
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас