-4 °С
Болотло
Бөгөн илебеҙ халҡы берҙәм булып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға төрлөсә ярҙам итә. Мерәҫ ауылы халҡы ла, тәүгеләрҙән булып, гуманитар ярҙам ойоштороу эштәренә дәррәү ҡушылды. Ауылыбыҙҙың ике магазинына "МХО - ла ҡатнашыусыларға ярҙам" ҡумталары ултыртылды.
"Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзалары ла был изге эш - гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәр ваҡыт ихлас ҡатнаша. Был юлы улар яугирҙәргә йомшаҡ пледтар, еңел юрғандар әҙерләне.
Был сираттағы гуманитар ярҙамға үҙ өлөшөн индереүсе ағинәйҙәргә ҙур рәхмәт. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир - егеттәребеҙ имен- һау йөрөһөндәр, илебеҙҙә тиҙерәк именлек урынлашһын.