Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
11 Февраль , 09:29

“Баймаҡ былауы”

Ошо көндәрҙә Темәс ауылының ирекмәндәре лә “Арғымаҡ” кафеһында яугирҙәргә былау әҙерләне. Итте турап, быҡтырырға ултыртҡас, был өй ризығы әҙер булғансы, тип уңған ҡатын-ҡыҙҙар бауырһаҡ бешерергә ҡарар итте. Һөҙөмтәлә ул тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡ биш ҡумтаға саҡ һыйҙы. Ә бына былау - 100 пакет килеп сыҡты! 

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр Баймаҡ районының “Беҙ бергә” төркөмө ирекмәндәре тарафынан әҙерләнгән вакуумлы пакеттарҙағы өй ризыҡтарын бик тә яратып ҡабул итә. Былау, тарттырылған ит менән ҡара бойҙай бутҡаһы, ит менән макарондан әҙерләнгән өй ризығы улар өсөн бик уңайлы. Асып, йылытып ашарға ғына ҡала. Ҡайнар һыу өҫтәгән осраҡта, уны аш итеп тә туҡланырға мөмкин. Тап шундай уңайлыҡтары өсөн дә, яугирҙәрҙән вакуумлы пакеттағы ризыҡтарға һорау ҙур. Шуны күҙ уңында тотоп, беҙҙең ирекмәндәр вакуумлы пакеттарҙағы өй ризыҡтарын күпләп әҙерләргә өҫтөнлөк бирә.

Ошо көндәрҙә Темәс ауылының ирекмәндәре лә “Арғымаҡ” кафеһында яугирҙәргә былау әҙерләне. Итте турап, быҡтырырға ултыртҡас, был өй ризығы әҙер булғансы, тип уңған ҡатын-ҡыҙҙар бауырһаҡ бешерергә ҡарар итте. Һөҙөмтәлә ул тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡ биш ҡумтаға саҡ һыйҙы. Ә бына былау - 100 пакет килеп сыҡты!

Шундай изге эштә ҡатнашҡан ирекмәндәрә  Эльза Ғөбәйҙуллина (тарихи-мәҙәни үҙәк методисы), Айгөл Урмантаева (мәҙәни ойоштороусы), Минзәлә Әүәлбаева (китапхана мөдире), Рүзиә Әбсәләмова (“Арғымаҡ” кафеһы ашнаҡсыһы), Айгөл Иштәкбаева ларға (психоневрология интернаты хеҙмәткәре) ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Шулай уҡ бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Динә Канаева, Ләйлә Шәрипова, Гүзәл Аслаева, Әлмира Мырҙабулатова, Гөлнара Урмантаева, “Арғымаҡ” кафеһы хужабикәһе Нурия Ситдыҡоваға былау әҙерләү мөмкинлеге биргән өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерәбеҙ.

“Беҙ бергә” ирекмәндәре тарафынан әҙерләнгән йылы толстовкаларҙы яугирҙәр - “Баймаҡ толстовкалары”, ә хәҙер инде вакуумлы пакеттарҙағы былауҙы “Баймаҡ былауы” тип атап йөрөтөүе беҙҙең эшкә ҙур баһа.   

“Баймаҡ былауы”
“Баймаҡ былауы”
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас