Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
10 Февраль , 15:05

Афарин, Хөсәйеновтар!

Мерәҫ ауылында йәшәүсе Илмира һәм Илфат Хөсәйновтар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ҡоро душ әҙерләй...

Мерәҫ ауылы халҡы махсус хәрби операция башланғандан алып  гуманитар ылау ебәреүҙә әүҙем ҡатнаша. Улар төрлө аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк яраҡтары, бейәләй, ойоҡбаштар - барыһын да әҙерләй. Әле йәш ғаилә Илмира һәм Илфат Хөсәйеновтар яугирҙарға ҡоро душ эшләй башлаған.
"Ҡоро душ һалдаттар өсөн бик ныҡ кәрәкле. Алғы һыҙыҡта йөрөгән саҡта һыуҙың самалы булыуы сәбәпле , улар ошо душты ҡуллана.
Аллаһ бирһә, беҙҙең бәләкәй генә ярҙамыбыҙ яугирҙәргә файҙалы булһын булһын, ғүмерҙәрен һаҡлаһын. Тиҙерәк һуғыштар тамамланһын," - тип изге теләктәрен еткерҙе йәш ғаилә.
Изге ниәттәре, яугирҙарға ихлас ярҙамдары өсөн Ильмира һәм Ильфат Хөсәйеновтар ғаиләһенә ҙур рәхмәт. 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас