Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
5 Февраль , 08:20

Батыр яугирҙәрен халыҡ онотмай

Мәктәптәрҙә хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендәге планға ярашлы эштәр башланды.

Мәктәптә хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендәге планға ярашлы эштәр башланды.
Бөгөн 7 класс уҡыусылары класс етәксеһе Велера Әхмәтдин ҡыҙы етәкселегендә, Түбәнге Таулыҡай ауылында йәшәүсе ауылдашыбыҙ, МХО-ла батырҙарса һәләк булған Моталлапов Динис Фәнис улының әсәһе Гөлсинә Йәғәфәр ҡыҙына барҙылар.
Гөлсинә һылыу уҡыусыларҙың килеүенә бик ҡыуанды. Уҡыусыларҙың уҡыуы, мәктәп тормошо менән ҡыҙыҡһынды. Йәнле һөйләшеү сәй табыны артында барҙы.
Уҡытыусы Велера Әхмәтдин ҡыҙы Динис мәрхүмдең уҡыусы саҡтарын иҫләп, шуҡлыҡтарын һөйләп, яҡты иҫтәлектәр менән уртаҡлаштылар.
Уҡыусылар бер аҙ утын һалышырға ярҙамлашып, тәмле күстәнәстәр менән һыйлана-һыйлана өйҙәренә таралыштылар.
Гөлсинә Йәғәфәр ҡыҙына ҙур рәхмәт, тормош һынауҙарына бирешмәй, сабыр, матур булыуығыҙға һоҡланабыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.

Батыр яугирҙәрен халыҡ онотмай
Батыр яугирҙәрен халыҡ онотмай
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас