-4 °С
Болотло
Түбәнге Яйыҡбай ауылы мәсетендә аят ашы үткәрелде.
Ҡорбанлыҡты күрше Ниғәмәт ауылында йәшәүсе Рәхимова Фәнүзә Фәрит ҡыҙы махсус хәрби операцияла бурысын үтәгән улы, шулай уҡ ейән, ейәнсәрҙәре өсөн ниәтләгән ине.
Табында булыусылар тиҙ арала һуғыштар бөтөп, йорт-ил тыныслығы, егеттәребеҙҙең иҫән-һау ҡайтыуҙарын өсөн аят уҡыны, доғалар ҡылды, теләктәр теләне. Амин, шулай булһын, теләктәр бойомға ашһын, һалдаттарыбыҙ Еңеү менән тыуған яҡтарына тиҙерәк әйләнеп ҡайтһындар.
Фирҙәүес Хәсәнова, урындағы ирекмәндәр төркөмө етәксеһе.