Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
3 Февраль , 02:50

Яугирҙәргә - ҡорбан ите

Ауылдашыбыҙ Абдулов Рәфил Ғилметдин улы биргән ҡорбан итенән МХО - ла ҡатнашҡан һалдаттарыбыҙға ит быҡтырып әҙерләнек.

Бөгөн ауылдашыбыҙ Абдулов Рәфил Ғилметдин улы биргән ҡорбан итенән МХО - ла ҡатнашҡан һалдаттарыбыҙға ит быҡтырып әҙерләнек. Улар тормош иптәше Вәлимә Яхъя ҡыҙы менән Яҡупова Рәйсә апайға шулай уҡ ҡорбан ите һәм күстәнәстәр бирҙеләр. Ул уларҙың ата - әсәләренә аят бағышланы.
Әҙерләнгән быҡтырылған итте яугирҙәребеҙгә имен - һау ашарға яҙһын.
Һалдаттарыбыҙ өсөн бирелгән ҡорбан итенең сауабын насип итһен. Абдулов Рәфилдең үҙенә, ғаиләһенә ныҡлы сәләмәтлек, именлек теләйбеҙ.
Тиҙерәк һуғыш тамамланып, ир - егеттәребеҙ тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар, тигән изге теләктәбеҙ.

Көнһылыу Сөләймәнова, Икенсе Этҡол ауылының әүҙем ирекмәне.

Яугирҙәргә - ҡорбан ите
Яугирҙәргә - ҡорбан ите
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас