Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
3 Февраль , 16:31

Яугир менән осрашыу

Буранбай ауылы мәктәбендә "Юрмат" позывнойлы офицер менән осрашыу үтте...

Буранбай ауылы мәктәбендә ошо ауыл кейәүе "Юрмат" позывнойлы яугир менән осрашыу үтте. Уны уҡытыусы Миңлегөл Абыҙгилдина менән китапханасы Зәкиә Ғәйетбаева үткәрҙе. Тәрбиәүи сарала башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашты.Кисә башында "Юрмат" ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы үҙе менән яҡындан таныштарҙы, үҙенең хәрби хеҙмәткә арналған тормош юлы тураһында һөйләне. Артабан балалар уға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп, тулы яуап алдылар. Осрашыу йылы мөхиттә, ойошҡанлы үтте.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас