Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
3 Февраль , 14:05

Илде һаҡлау - ир-егеттәр бурысы!

Илде һаҡлау элек-электән егет кеше өсөн тыуған төйәге, халҡы алдында изге бурыс һаналған. Быуаттар дауамында үҙенең көслө армияһы, күренекле полководецтары, генералдары менән дан тотҡан Рәсәй армияһы әле лә шанлы үткәндәр юлынан тайпылмай. 

Илде һаҡлау элек-электән егет кеше өсөн тыуған төйәге, халҡы алдында изге бурыс һаналған. Быуаттар дауамында үҙенең көслө армияһы, күренекле полководецтары, генералдары менән дан тотҡан Рәсәй армияһы әле лә шанлы үткәндәр юлынан тайпылмай. Ата-бабаларҙан ҡалған данлы традицияларға, халҡыбыҙға хас булған тыуған илде һөйөү хисенә тоғро ҡалып, әле лә беҙҙең егеттәр фашизм күкрәп сәскә атҡан Украинала батырҙарса дошман менән алыша.
Яу яланында булып, һуғыш ғәрәсәтенең дәһшәтле минуттарын үҙ күҙҙәре менән күреүсе, иптәштәрен юғалтыуҙың ауыр ҡайғыһын йөрәктәре аша үткәреүсе, тормоштан йәм, тәм табып йәшәүсе ауылдаштарыбыҙ, ауыл хакимиәте башлығы Надербаев Шамил Сәғәҙи улы, Кинйәбулатов Салауат Тәлғәт улы, Сагитов Рәшит Рәжәп улы, Ямантаев Шәриф Урал улына һоҡланмай мөмкин түгел. Ауылда ғына, түгел район кимәлендә уҙғарылған сараларҙа актив ҡатнашалар, сәләмәт тормош алып баралар. Батыр яугирҙәргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Башҡортостан һалдаттарының рухи остазы Хафизов Хәмзә Шәмсетдин улына ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләйбеҙ.

Илде һаҡлау - ир-егеттәр бурысы!
Илде һаҡлау - ир-егеттәр бурысы!
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас