-17 °С
Болотло
Ауылдаштарыбыҙҙың, яҡташтарыбыҙҙың матди ярҙамы менән беҙҙең Үрге Яйыҡбай ауылының әүҙем ирекмәндәре 53-сө маскировкалау селтәрен үреп бөттө. Әлеге ваҡытта Баймак ирекмәндәр штабына оҙатырға тип алты маскировкалау селтәрен әҙерләп ҡуйғанбыҙ.
Матди ярҙам күрһәтеүсе ауылдаштарға, яҡташтарға, тырышып көн дә килеп сетка үреүсе ағинәйҙәргә, ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Илебеҙгә тыныслыҡ килһен!
Зөлхәбирә Мырҙағәлина, ағинәйҙәр рәйесе.