-17 °С
Болотло
Өмөтбай ауылының иң әүҙем ирекмәндәре “Яугирҙәргә – йылы ойоҡбаш” акцияһына ҡушылды. Улар һәр кис бергә йыйылып, яугирҙәргә йылы ойоҡбаш, бирсәткә бәйләй. Бөгөн улар әҙерләгән гуманитар ярҙам Хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам итеү үҙәгенә алып килеп тапшырҙы. Ошо көндәрҙә йылы әйберҙәр егеттәргә оҙатыласаҡ.