Муллаҡай ауыл китапханаһы башланғыс класс уҡыусылары менән берлектә "Ҡаһармандар беҙҙең арала" проекты сиктәрендә махсус хәрби операциянан ваҡытлыса ялға ҡайтҡан «Найк» позывнойлы яугир менән осрашыу үткәрҙе. «Түнәрәк өҫтәл» артында йәнле һөйләшеү барҙы, яугиргә төрлө һорауҙар бирҙеләр.
Осрашыуҙың аҙағында уҡыусылар "Мин башҡорт балаһы" йырын башҡарҙы һәм үҙҙәре яҙған хаттарҙы тапшырҙы. Ул хаттарҙы яугир үҙенең иптәштәренә тыуған яҡтарынан ялҡынлы сәләм итеп тапшырасағын белдерҙе.
Уҡытыусылар Әнүзә Ҡотлоғужа ҡыҙы һәм филиал етәксеһе Рәмилә Рәхмәт ҡыҙы яугиргә теләктәрен еткерҙе. «Найк» буш ҡул менән килмәгән ине, кәләше Гүзәл менән уҡыусыларға күстәнәстәр таратты.
Беҙҙең бер генә теләк
, ергә именлек килһен, күк йөҙө аяҙ, күңелдәребеҙ һәр саҡ тыныс булһын, яу яланындағы егеттәребеҙгә имен-һау тыуған яҡтарына, атай-әсәйҙәренә, ғаиләләре янына ҡайтырға насип итһен
Әлфиә Ханафина.