-17 °С
Болотло
Баймаҡтар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә бер-бер артлы техника оҙата. Декабрҙә генә машина, биш мотоцикл ебәрелгән ине. Әле килеп киләһе ылауға тағы ла техника туплана башланы. Бикеш ауылынан Айрат Шәрипов яугирҙәргә УАЗ машинаһын бушлай тәҡдим итте. Әлеге ваҡытта “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе егеттәре уны төҙөкләндереү менән мәшғүл. Уның өсөн райондың "Беҙ бергә" ирекмәндәр төркөмө кәрәкле суммала финанс ярҙам бүлде. Техника Покровск йүнәлешендә барған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Башҡорт” позывнойлы яҡташыбыҙға оҙатыласаҡ.