Ҡаланың 4-се лицейы 3-сө “б” класы уҡыусылары ла Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү үҙәге иғлан иткән “Херсон өлкһендәге яугирҙәргә гуманитар ярҙам” апкцияһына ихлас ҡушылды. Класс етәкселәре Гөлнара Ғәлимйән ҡыҙы менән берлектә улар яугирҙәргә хат яҙҙылар, һүрәт төшөрҙөләр. Ата-әсәләр ярҙамы менән уларға тәмле күстәнәстәр, йылы кейемдәр тупланды. Бөгөн улар Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү үҙәгендә булып, ҙур күләмдәге ярҙамдарын тапшырҙы. Улар киләһе аҙнала алғы һыҙыҡҡа огҙатыласаҡ.
Балаларҙың яһған хаттарына яугирҙәр сикһеҙ ҡыуана. Быны улар үҙҙәре лә йәшермәй. “Балаларҙан хат алып, уларҙы уҡып, ни өсөн бында икәнебеҙҙе тағы ла нығыраҡ аңлайбыҙ. Балаларса ихласлыҡ менән яҙылған хаттарҙан ҡараңғы һәм һалҡын блиндаждар ҙа яҡтырып, йылынып китә”, - ти улар был хаҡта.
Яугирҙәргә булған ҙур ярҙамдары өсөн 3-сө “б” класс уҡыусыларына, Гөлнара Ғәлимйән ҡыҙына һәм ата-әсәләргә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.