"Беҙ, "Уңғандар" төркөмө ирекмәндәре, оҙайлы ял көндәрендә лә изге эшебеҙҙе дауам иттек. Ауылдаштарыбыҙ Рәзидә һәм Юнир Баййегетовтарҙың тәүге ейәндәре Эмир Денис улы Вәлиевҡа инселәп салынған ҡорбан итенән 35 вакуумлы пакеттарға ҡарабойҙай менән ит, 15 банка быҡтырылған ит бешереп һалдыҡ. Рәзидә Забир ҡыҙы һәм Юнир Ирек улы Баййегетовтарҙың салған ҡорбандары ҡабул булһын, Эмир ейәндәре тәүфиҡлы, бәхетле бала булып үҫеүен теләйбеҙ.
Шулай уҡ Рәйсә Шәмсетдин ҡыҙы Сәғәҙәтованың хәйер-саҙаҡа һәм Лилиә Әғләм ҡыҙы Исхаҡованың ярҙам йөҙөнән тип ихлас күңелдән биргән аҡсаларға яугирҙәребеҙгә 25 пар йылы ойоҡбаштар алдыҡ.
Хөрмәтле ауылдаштарыбыҙ,барығыҙга ла ҙур рәхмәт, ярҙамығыҙҙың сауаптары насип булып, иҫәнлек-һаулыҡта йәшәгеҙ. Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, ир - егеттәребеҙ тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтһындар", - тине "Уңғандар" клубы ағзаһы Венера Сәлимова.