Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
13 Ғинуар , 07:55

50-сеһе әҙер!

12 ғинуарҙа Үрге Яйыҡбай ауылы ағинәйҙәре 50-се масксетканы үреп бөтөп, Баймактағы "Беҙ -Бергә" ирекмәндәр штабына сираттағы китәһе ылауға әҙерләп ҡуйҙы.

12 ғинуарҙа Үрге Яйыҡбай ауылы ағинәйҙәре 50-се масксетканы үреп бөтөп, Баймактағы "Беҙ -Бергә" ирекмәндәр штабына сираттағы китәһе ылауға әҙерләп ҡуйҙы.
Беҙҙең изге теләктәр теләп үргән сеткалар һалдаттарыбыҙҙы һаҡлап,яҡлап торһон, Аллаһ бирһә!
Нәзифә Ишбулды ҡыҙының магазинендә "Изгелек ҡумтаһына" һалынған ауылдаштарыбыҙҙың кәрәкле әйберҙәрен масксетка эсенә һалдыҡ.
Яугир һалдаттарыбыҙға сюрприз булһын.
Кемдәр ошо изге эшебеҙҙә ярҙам итә , барығыҙға ла ҙур рәхмәт!
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Тиҙерәк тыныслыҡ килһен!

Зөлхәбирә Мырҙағәлина, "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе.

Автор: Лилия Такаева
Читайте нас