Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
8 Ғинуар , 22:15

Сәскәләр урынына - яугирҙәргә ярҙам

Бөгөн Баймаҡ һылыуы Дилбәрҙең никах көнө. Һәр йәш кәләш был көндө ҙур байрам итеп күргеһе килә: сәскәләр, фейерверк... Ләкин тормошҡа аҡыллы ҡараш менән баҡҡан Дилбәр изге ҡарар ҡабул итә.

Сәскәләр урынына — яугирҙәргә ярҙам

Бөгөн Баймаҡ һылыуы Дилбәрҙең никах көнө. Һәр йәш кәләш был көндө ҙур байрам итеп күргеһе килә: сәскәләр, фейерверк... Ләкин тормошҡа аҡыллы ҡараш менән баҡҡан Дилбәр изге ҡарар ҡабул итә. Никах көнөндә кейәүенән, ҡунаҡтарҙан сәскәләр урынына яугирҙәргә гуманитар ярҙам алырға кәрәклеген белдерә. Уның тәҡдимен ҡунаҡтар аңлап ҡабул итә. Дилбәр Эльвира апаһы менән бергә тупланған гуманитар ярҙамды бөгөн Баймаҡ районының «Беҙ бергә» ирекмәндәр төркөмөнә алып килеп тапшырҙы. Йәштәргә бәхетле ғүмер, саф мөхәббәт, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Автор: Лилия Такаева
Читайте нас