Баймаҡҡа "Акула" ҡайтты
25-се армия яугирҙәре Баймаҡҡа гуманитар ярҙам артынан ҡайтты. Был юлы фураға таҡталар тейәлде. Уларҙы Үрге Яйыҡбай ауылынан шәхси эшҡыуар Айҙар Ғәйетҡолов әҙерләгән ине (барлығы 27 куб таҡта). Төҙөлөш материалдарынан тыш быҡтырылған ит, блиндаж шәмдәре, йылытыу материалдары, быйма, шулай уҡ Үрге Яйыҡбайҙар әҙерләгән вакуум пакеттарҙа былау, маскировкалау селтәрҙәре һәм башҡа күп төрлө гуманитар ярҙам тейәлде.
«Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе етәксеһе Рәмис Рәфисович Айҙар Вәлләм улына «Фронтҡа ярҙамы өсөн» миҙалын тапшырҙы. Шулай уҡ уның иң әүҙем егеттәренә «Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү» үҙәгенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. «Акула» позывнойлы яугир ҙә яуапһыҙ ҡалманы. «Беҙ бергә» ирекмәндәр төркөмөнә, «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһенә, «Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү» үҙәгенә 77766 хәрби часының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Урындағы «Ағинәйҙәр» ойошмаһының әүҙем ағзаһының береһе Сәғиҙә Рахманғолова эҫе аш-һыуы, ҡайнар сәйе менән һыйланы. Ҡышҡы һалҡын көндәрҙә, таҡта тейәгән егеттәргә шуның менән ул көс-дәрт өҫтәне. Һуңынан Зөлхәбирә Сахиулла ҡыҙы етәкселегендәге ағинәйҙәр яугирҙәрҙе тәмле ризыҡтарҙан һығылып торған табын артына саҡырҙы. Быйылғы йылдың тәүге көндәренән алып фронтҡа өсөнсө гуманитар ярҙам оҙатылды. Һуңғыһында яугирҙәр фура менән ҡайтты.
«Былтыр ҙа ике КаМАЗ машинаһы менән Баймаҡҡа гуманитар ярҙам артынан ҡайтҡайныҡ. Быйыл да ҙур күләмдә йөк тейәнек. Яҡташтарым менән сикһеҙ ғорурланам. Бер ҡасан да ярҙамдан өҙмәйһегеҙ. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, көтөгөҙ», - тине үҙенең телмәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөгән «Акула».
Яугирҙәргә күрһәткән ҙур ярҙам өсөн, Баймаҡ ирекмәндәренә ҙур рәхмәт!