Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
29 Декабрь 2025, 14:40

Яугирҙәр - балалар өсөн

"Хәрби Туғанлыҡ" ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе етәксмеһе Рәмис Әмиров һәм уның әүҙем ағзалары Руслан Сабитов, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар - Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәр Сәлимйән Италмасов, Ринат Сабаев Матрай ауылындағы балалар приютында Баймаҡ районынан тәрбиәләнеүселәргә Яңы йыл күстәнәстәре һәм бүләктәре алып барып тапшырҙы. 

"Хәрби Туғанлыҡ" ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе етәксмеһе Рәмис Әмиров һәм уның әүҙем ағзалары Руслан Сабитов, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар - Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәр Сәлимйән Италмасов, Ринат Сабаев Матрай ауылындағы балалар приютында Баймаҡ районынан тәрбиәләнеүселәргә Яңы йыл күстәнәстәре һәм бүләктәре алып барып тапшырҙы. Балаларҙың ихлас йылмайыуҙары һәм йылы рәхмәт һүҙҙәре активистарыбыҙ өсөн иң яҡшы бүләк булды.
Балалар өсөн улар "Батырлыҡ дәресе" үткәрҙе, ҡорал экспозицияһы менән таныштырҙы һәм хәрби хеҙмәт тураһында һөйләне.
Беҙ илебеҙ тарихына ҡарата илһөйәрлек һәм ихтирам тойғоһо тәрбиәләүсе ветерандарыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

Яугирҙәр  - балалар өсөн
Яугирҙәр - балалар өсөн
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас