-17 °С
Болотло
Ниғәмәт ауыл биләмәһенән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар абйтаҡ ҡына. Ошо көндәрҙә ауыл мәктәбендә батырҙарса һәләк булған Радик Рамаҙан улы Хөсәйеновҡа Герой партаһы асылды.
Ул тәүгеләрҙән булып мобилизациялана һәм илебеҙ азатлығы өсөн яуға юллана.Радик Хөсәйенов фронтта үҙен ысын батыр яугир, дуҫ, ышаныслы һалдат итеп күрһәтә, бик күп наградаларға лайыҡ була. Уның яҡты иҫтәлегенә бағышлап асылған "Герой партаһы" яҡташ яугирҙең исеменен мәңгеләштерҙе.