Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
24 Декабрь 2025, 08:45

Яугирҙәргә - Яңы йыл күстәнәсе

Яугирҙәргә - Яңы йыл күстәнәсе!Таулыҡай ауылының "Аҡйондоҙ " клубы ҡатын - ҡыҙҙары "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә Яңы йыл күстәнәстәре һәм бүләктәре" акцияһына әүҙем ҡушылды...

Таулыҡай ауылының "Аҡйондоҙ " клубы ҡатын - ҡыҙҙары "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә Яңы йыл күстәнәстәре һәм бүләктәре" акцияһына әүҙем ҡушылды.
Улар өмәгә дәррәү йыйылды. Эш гөрләп торҙо. Уңған хужабикәләр бауырһаҡ бешерҙе, тушенкалар әҙерләне.
"Шулай уҡ посылкалар әҙерләүҙә ауылдаштарҙың да ярҙамы булды. Фуат Зекриә улы һәм Миңзәлә Акрам ҡыҙы Ишалиндарҙың хәйер-саҙаҡаһынан яугирҙәргә аҙыҡтар, көнкүреш кәрәк-яраҡтары әҙерләп һалдыҡ. Сауаптары насип итһен 🙏Әҙҽрләгән ризыҡтар яугир ир-егеттәргә өй йылыһын, бҽр аҙға ғына булһа ла Яңы йыл байрамы осҡонон ҽткҽрҽп, күңҽлдәрҽн йылытһын инҽ.
Иң мөһиме, махсус операцияла булған егеттәребеҙ иҫән-имен тыуған яҡтарына, ғаиләләрҽнә әйләнеп ҡайтһын. Беҙ уларҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Дөйөм көс менән генә еңеү яуларға мөмкинлеген яҡшы аңлайбыҙ. Шуға ла һәр кем ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итә. Күңел йылыһын һалып әҙерләнгән аш-һыу яугирҙәрҙең беләктәренә көс, үҙҙәренә дәрт дарман бирһен!", - тине "Аҡйондоҙ" клубы ҡатын-ҡыҙҙары.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас