Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
24 Декабрь 2025, 11:45

Темәстәр яугирҙәргә былау әҙерләне

Был өй ризығы махсус хәрби операцияла йөрөгән Темәс ауылы егеттәренә Яңы йыл бүләге итеп оҙатыласаҡ.

Темәс ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияға әүҙем ярҙам итә. Берҙәм көс менән даими рәүештә маскировкалау селтәре үреп ебәрә. Бынан тыш улар яугирҙәргә өй ризыҡтары, көнкүреш кәрәк-яраҡтары ла оҙата. Ошо көндәрҙә темәстәр вакуумлы пакетта былау әҙерләне. Был сауаплы эште уңған ҡатын-ҡыҙҙарға Урал Утарбаев, Фирүзә Байрамғолова, Лилиә Баймөхәмәтова, Лилиә Биктимерова, Гөлсәсәк Иштакбаева, “Ришат” магазины һәм маскировкалау селтәре үргән команда атҡарып сыҡты. Был өй ризығы махсус хәрби операцияла йөрөгән Темәс ауылы егеттәренә Яңы йыл бүләге итеп оҙатыласаҡ, тип беҙгә хәбәр итте Сәғирә Дәүләтшина.

Темәстәр яугирҙәргә былау әҙерләне
Темәстәр яугирҙәргә былау әҙерләне
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас