Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
24 Декабрь 2025, 12:11

Таулыҡайҙың “Уңғандар”ы

Таулыҡай ауылының Хәнифә Ишалина етәкләгән "Уңғандар" төркөмө махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам итеүгә ҙур өлөш индерә. Вилдан Рәмил улы Солтановтың һаулығына салынған ҡорбан итенән былау әҙерләнеләр.

Таулыҡай ауылының Хәнифә Ишалина етәкләгән "Уңғандар" төркөмө махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам итеүгә ҙур өлөш индерә. Вилдан Рәмил улы Солтановтың һаулығына салынған ҡорбан итенән былау әҙерләнеләр. Барлығы илле ете вакуумлы пакеттарға тултырылған өй ризығы яугирҙәргә оҙатылды. Улар әҙерләгән гуманитар ярҙамға шулай уҡ егерме өс банка ҡайнатма, ике маскировкалау селтәре, бер маскировкалау костюмы һәм Яңы йыл байрамына күстәнәстәр - тәмлекәстәр әҙерләне. Был изге эштә ауыл халҡы ла әүҙем ҡатнаша. Рәсимә Зәки ҡыҙы Сәғәҙәтова, Тәнзилә Шоңҡар ҡыҙы Шәйхисламова ярҙам йөҙөнән, ә Мөкәрәмә Шәһит ҡыҙы Шырмаева, Гөлшат Зәкир ҡыҙы Яҡупова аятта йыйылған хәйер-саҙаҡа аҡсалары менән ҙур ярҙам күрһәткәндәр. Тағы ла йыйылған аҡсаларҙан бер спандбонд, өс маскировкалау селтәренә заказ биргәндәр.

- Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә ҙур ярҙам күрһәткән ауылдаштарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, - тине Хәнифә Ишалина. - Уларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Һуғыштар бөтөп, ир-егеттәребеҙ тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Таулыҡайҙың “Уңғандар”ы
Таулыҡайҙың “Уңғандар”ы
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас