Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
22 Декабрь 2025, 11:15

Журналистан яугирҙәргә дүрт рация!

“Беҙ бергә” һәм “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе егеттәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә даими рәүештә гуманитар ярҙам оҙата. Яңы йыл етеп килеүен иҫәпкә алып, был юлы Баймаҡ ирекмәндәре “Яугирҙәргә – Яңы йыл бүләктәре” акцияһын иғлан иткәйне. Гуманитар ярҙам эсендә иң мөһим бүләктәрҙән һаналған дүрт “TUT” рацияһы ла бар ине. Улар Башҡортостан Республикаһы Башлығының быйыл икенсе тапҡырға ғына ойошторолған “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” журналистар араһында ойошторолған бик тә яуаплы конкурста ҡатнашып алған грантҡа алынған ине.

Журналистан – яугирҙәргә дүрт рация!

Тормош иптәшем менән кәңәшләшкәндән һуң, уның бер өлөшөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә йүнәлтергә ҡарар иткәйнек. Яугирҙәр менән һәр ваҡытта ла бәйләнеш булыуын, кәрәк саҡта яуҙаштарын ярҙамға саҡырыуҙарын һәм һәр ваҡыт уларҙың сафта булыуын теләп, тап ошо рациялар алырға ҡарар иткәйнек. Өмөтөбөҙ аҡланды. Яугирҙәр көтөлмәгән бүләк-рацияларға бик тә шат булып рәхмәттәрен еткерҙе.

Биш көн эсендә баймаҡтар бик күп гуманитар ылау туплауға өлгәште. Һуңғы өс көндә “Хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү” үҙәгенең ишеге ябылманы. Баймаҡ ҡалаһы һәм ауылдарҙан ирекмәндәр көн дә 20-30 ылау алып килеп тапшырҙы. Һөҙөмтәлә биш ҙур машинаға ла һыймаҫтай гуманитар ярҙам тупланды.

17 декабрҙә “Беҙ бергә” һәм “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе егеттәре алғы һыҙыҡҡа ҙур ылау оҙатып барҙы. Экипажды Түбә ауылы егеттәре Александр Лаврентьев, Владислав Табанаков, Йәштәр психологик республика үҙәгенең көньяҡ филиалы мөдире Эльвира Мукаева, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Фәрит Федоров һәм ошо юлдар авторы тулыландырҙы. Барлығы ун хәрби подразделениеға гуманитар ылау тапшырылды. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, егеттәр араһында ылауҙың килеп етеренә бик үк ышанмағандар ҙа бар ине. Сөнки араларында өс йылдан ашыу махсус хәрби операцияла ҡатнашып та, бер тапҡыр ҙа тыуған яҡтан гуманитар ярҙам ала алмағандар ҙа булған.

Дүрт көндә яугирҙәргә тәғәйенләнгән гуманитар ярҙамды тапшырып, беҙ ял көнө кире әйләнеп ҡайттыҡ. Яугирҙәрҙең маскировкалау селтәрҙәренә, толстовкаларға һәм вакуумлы пакеттарҙағы былауҙарға һорау ҙур булыуын аңланыҡ. Тимәк, артабан ошо йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ.

Яңы йылға тиклем “Хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү” үҙәге аша тағы ла ике машина гуманитар ярҙам оҙатыласаҡ.

Лилиә ТАКАЕВА.    

Журналистан яугирҙәргә дүрт рация!
Журналистан яугирҙәргә дүрт рация!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас