+24 °С
Ямғыр
Ирмәковна Жанна Зөбәйер ҡыҙы етәкселегендәге Темәс психоло-неврология интернаты махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә һәр ваҡытта ла ихлас ярҙам ҡулы һуҙа. Был юлы ла улар изге эшкә тоғро ҡалды. «Беҙ бергә» ирекмәндәр төркөмөнә 32 ҡумта гуманитар ярҙам алып килеп тапшырҙы. Улар араһында медикаменттар, йылы кейемдәр, газ баллондары, аҙыҡ-түлек һәм бик күп башҡа ярҙам тупланған ине. Рәхмәт ҙур итеп. Һеҙҙең туплаған ярҙам ошо көндәрҙә яугирҙәргә оҙатыласаҡ.