Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
12 Декабрь 2025, 11:15

Бикештәр яугирҙәргә ярҙам алып килде

Улар яугирҙәргә Яңы йыл бүләге итеп оҙатыласаҡ.

Бикеш ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә даими ярҙам күрһәтә. Бөгөн Бикеш ауыл биләмәһе башлығы Люция Иҫәнғолова һәм ирекмәндәр төркөмө етәксеһе София Ибраһимова урында әҙерләнгән гуманитар ярҙамды "Беҙ бергә" ирекмәндәр төркөмөнә алып килеп тапшырҙы. "Асия" мәсете һәм ауыл халҡы туплаған ярҙамда 80 банка окоп шәмдәре, йылы шапкалар, футболкалар, нәскиҙәр, бирсәткәләр һәм ике ҙур упаковка сәй бар ине. Рәхмәт, бикештәр! Һеҙҙең ярҙам яугирҙәргә Яңы йыл бүләге итеп оҙатыласаҡ.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас