Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
12 Декабрь 2025, 11:30

Баймаҡтарҙың ярҙамы яугирҙәргә барып етте

Яугирҙәр рәхмәттәрен белдерә.

Аҙна башында баймаҡтар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә утыҙ дүртенсе ҙур гуманитар ярҙамын оҙатҡан ине. Улар фура Красный Луч, Донецк, Макеевка, Новоайдар йүнәлешенә юл алғайны. Гуманитар ярҙамды район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Ғәфүр Исхаҡов, Сибай ауыл биләмәһе башлығы Айнур Сибаев, Баймаҡ ҡалаһының “Йылылыҡ селтәре” йәмғиәте директоры Фәиз Баййегетов оҙатып барҙы.

 Мәрхәмәтлелек акцияһына ҡала һәм һәр ауыл халҡы ихлас ҡушылды. Уның өсөн район хакимиәте, ирекмәндәр ҙур көс һалды. Яугирҙәргә еңел автомобиль, биш мотоцикл оҙатылды. “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе егеттәренең көсө менән өс мотоцикл алынды. Уларҙы ремонтлауға Баймаҡтан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Сәлимйән Италмасов күп көс һалды. Шулай уҡ Темәстән Рәмил Күсәмышев һәм Иҙел Ситдыҡов та үҙҙәренең мотоциклдарын яугирҙәргә ебәрергә ҡарар иткән ине. Уларҙы Әмин ауылынан Ришат Мәүлитов ремонтланы.

Яугирҙәргә тәғәйенләнгән гуманитар ярҙамда 300 килограмдан ашыу йылҡы ите, маскировкалау селтәрҙәре, генераторҙар, машиналарға тәгәрмәстәр һәм ремонтлау өсөн асҡыстар, һыу өсөн ҙур бак һауыттары, автономлы мейестәр, төҙөлөш инструменттары, блиндаж шәмдәре, һәр кем изге теләктәрен әйтеп бешергән өй ризыҡтары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тупланды. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенты Артем Ходаков һәм Әмин ауылынан Рәдис Зәйнуллин, шулай уҡ Ниәғәмәттән Усман Күсеев блиндаждарға мейес эшләгән ине. Темәс ауылының оҫта ҡуллы ир-уҙаманы Айҙар Сейсембин уларға ун биш торба яһаны.

Һуңғы ваҡытта яугирҙәрҙең вакуумлы пакеттарҙа әҙерләнгән былау, ит фаршы менән бешкән ҡарабойҙай бутҡаһына һорау ҙур. Был тәңгәлдә Таулыҡай, Үрге Яйыҡбай, Ниғәмәт, Урғаҙа, Урал, Аҡморон, Ҡолсора, Йылым, Байыш, Ишмөхәмәт ауылдары ирекмәндәре даими ярҙам күрһәтә. Юлыҡ ауылының Барис һәм Барый Миңлебаевтар биргән йылҡы итенән яугирҙәргә йөҙгә яҡын банка ит быҡтырып оҙатылды. Шулай уҡ Ишмөхәмәт, Үрге Яйыҡбай, Урал ауылдары ҡорбан ите ебәрҙе.

Ошо көндәрҙә баймаҡтарҙың гуманитар ярҙамы яугирҙәрҙең ҡулдарына тапшырылды. Уларҙың барыһы ла күрһәткән изге ғәмәл өсөн рәхмәттәрен белдерҙе.

Әйткәндәй, фронтҡа гуманитар ылау оҙатыу туҡтағаны юҡ. Ирекмәндәр яугирҙәр менән даими бәйләнеш тота. Уларҙың һорауы буйынса тупланған ылау аҙнаһына ике-өс тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә йөрөгән таксистар аша ебәрелә.

Берҙәм көс менән Еңеүгә табан тағы ла бер аҙым яһалды.

Лилиә ТАКАЕВА.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас