+21 °С
Болотло
Таулыҡай ауылының "Уңғандар " төркөмө ирекмәндәре изге теләктәрен теләй-теләй 4 маскировка селтәре үрҙе. Шулай уҡ ауылдаштары Күсәрбаева Мәзүнә Сафа ҡыҙы биргән ҡорбан итенән 55 вакуумлы пакетта ҡарабойҙай менән ит әҙерләне. Баййегетова Фәнүзә Әхмәт ҡыҙы бәйләгән 7 йөн ойоҡбаш, 4 түбәтәй һәм башҡа күстәнәс, көнкүреш кәрәк-яраҡтары 8 декабрь көнө гуманитар ылау менән яугирҙарға оҙатылде. "Уңғандар" төркөмө был изге эштә ярҙам иткән ауыл халҡына ҙур рәхмәтен белдерҙе,биргән саҙаҡаларының үҙҙәренә меңләтә сауап булып ҡайтыуын теләне.