Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
10 Декабрь 2025, 02:55

Түбәләрҙән яугирҙәргә ярҙам

"Түбә ауылы хәкимиәте башлығы Әлфирә Хәлитова махсус хәрби операциялағы егеттәргә сираттағы ылау барыуы тураһында хәбәр иткәс тә, ауылыбыҙҙың бер төркөм ҡатын ҡыҙҙары менән күстәнәскә бауырһаҡтар бешереп ебәрергә ҡарар иттек, тип хәбәр итте...

"Түбә ауылы хәкимиәте башлығы Әлфирә Хәлитова махсус хәрби операциялағы егеттәргә сираттағы ылау барыуы тураһында хәбәр иткәс тә, ауылыбыҙҙың бер төркөм ҡатын ҡыҙҙары менән күстәнәскә бауырһаҡтар бешереп ебәрергә ҡарар иттек, тип хәбәр итте уҡытыусы Гөлдәр Халфина. - Эш башланыр алдынан Аятел-көрси доғаһын тыңлап алдыҡ. Шунан барыбыҙ ҙа дәррәү эшкә тотондоҡ. Матур теләктәр менән, изге доғалар менән бешергән бауырһаҡтар бик тәмле килеп сыҡты".
Беҙҙән барған күстәнәстәр, әйберҙәр МХО-ла булған егеттәргә тыуған яҡтарынан матур сәләм булып, яҡташтарының йөрәк йылыһын бүләк итһен!

Түбәләрҙән яугирҙәргә ярҙам
Түбәләрҙән яугирҙәргә ярҙам
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас