Ватан именлеге өсөн яуаплылыҡ көслө заттар иңендә ята.
Украиналағы махсус хәрби операция башланыу менән ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәребеҙ илебеҙ һағына баҫты. Улар бөгөнгө көндә үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй. Беҙҙең ауылыбыҙҙан һуғыш яланында яҡташ егеттәребеҙ бына шундайҙарҙан. Тыуған илгә хәүеф янағас, батыр һалдаттар сафҡа баҫа һәм дошмандың һөжүмен кире ҡаға.
Бына шундай ҡыйыу егеттәребеҙҙең береһе булды Вилдан Икмәк улы Газин.
Ипле, алсаҡ, ата-әсәһенә, туғандарына ярҙамсыл егет 2023 йылдың октябрендә үҙ теләге менән һуғышҡа китә.
Әсәһенең күп тапҡырҙар ризаһыҙлыҡ белдереүенә Вилдан:
- Минең ике ҡартатайымда һуғышта булған, миндә барырға тейеш- тип үҙ һүҙендә ныҡ тора.
Уның һуңғы шылтыратыуында "Әсәй килеп еттем, палаталарға урынлаштыҡ" тип хәбәр итә һәм башҡаса берҙә элемтәгә сыға алмай. 10 ай туҡтауһыҙ эҙләй ата-әсәһе Вилданды. Ҡыҙғанысҡа күрә һуғыш ҡорбанһыҙ булмай.
2024 йылдың 26 ноябрендәВилдандың ата-әсәһе нә хәбәрһеҙ юғалды тигән извещение бирәләр.
2025 йылдың 8 ғинуарында МХОла батырҙарса һәләк булған егетте тыуған ауылында һуңғы юлға оҙаталар.
Бөгөн батыр егетенең Вилдан Ирмәк улы Газиндың яҡты иҫтәлегенә Мерәҫ ауыл мәҙәниәт йортонда "Батырҙарға Дан" исемле ярыш булып үтте.
Ярышта 4 кешенән торған 3 команда, Түбә һәм Мерәҫ ауылынан өлкәндәр һәм йәштәр командалары ҡатнашты.
Төрлө конкурстарҙа көс һынашты команда ағзалары.
16 килограмлы Гир күтәреү
Отжимание, приседание, мылтыҡтан атыу, арҡан тартышыу, эстафета йүгереү.
Жюри ағзалары һәр уйынсыға ғәҙел баһа биреп барҙы.
Уйын булғас еңеүселәр ҙә була.
I урын- 180 мәрәй йыйып "Йәштәр" командаһы
II урын- 142 мәрәй йыйып "Пенсионеры" командаһы
III урын-128 мәрәй йыйып "Тубин-шахта" командаһы яуланы. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Сараның төп спонсорҙары, батыр егеттең ата-әсәһе Зәкирә һәм Ирмәк Газиндар булды, уларға сабырлыҡ теләйбеҙ.
Сараны үткәреүҙә ярҙам иткән Вилдан Ирмәк улының туғандарына, яҡындарына оло рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Берҙәмлектә көс!!!