Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
5 Декабрь 2025, 12:30

Яугирҙәргә тос гуманитар ярҙам әҙерләнде

Әбделкәрим ауылы биләмәһенә ҡараған Әбделкәрим, Алғаҙы, Ҡыуат ауылдары халҡы махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәргә ярҙам итә. Был тәңгәлдә улар маскировкалау селтәре үреү, тәмле-татлы ризыҡтар әҙерләү, сәк-сәк бешереү, һалма ҡырҡып әҙерләү, бауырһаҡ, сөсө икмәк бешереү йәһәтенән ҡатын-ҡыҙҙар бергә көс туплап атҡарып сыға. Үҙ ауыл биләмәләренән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ла атап даими ярҙам оҙата. 

Бөгөн дә әбделкәримдәр ҙур эш атҡарҙы. Сәғирә һәм Фирғәт Ғәбитовтар яуҙа батырҙарса һәләк булған Марсель улдарына бағышлап ҡорбан салдырҙы. Мәктәп ашнаҡсылары уның итен быҡтырып, банкаларға япты. Улар ошо көндәрҙә фронтҡа оҙатыласаҡ.

Шул уҡ ваҡытта урындағы мәҙәниәт йортонда ирекмәндәр маскировкалау селтәре үрҙе. Әҙерҙәрен, араларына күстәнәстәр һалып,урап, оҙатыуға әҙерләне.

Бынан ҡумталарға йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр, майикмәк, сәк-сәк һәм башҡа бик күп күстәнәстәр ҙә төшөп ятты. Тупланған барлыҡ гуманитар ярҙамды Әбделкәрим ауыл биләмәһе башлығы Әлфиә Мусина етәкселегендәге ирекмәндәр “Хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам итеү” үҙәгенә алып килеп тапшырҙы.

Әҙерләнгән ылау яҡын арала яугирҙәргә оҙатыласаҡ.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас