+21 °С
Болотло
Ҡыш етеү менән яугирҙәргә лә ярҙам итеү өсөн өҫтәмә эштәр артты. Райондың оҫта ҡуллы ир-егеттәре блиндаждарҙы йылытыу өсөн мейестәр эшләү кәрәклеген күтәреп алды. Ошо көндәрҙә Ниғәмәт ауылының да оҫта ҡуллы ир-уҙаманы Усман Кусеев мейестәр эшләне. Бушаған газ баллондары менән ветеран-уҡытыусы Фәрзәнә Мөхәмәтшина ярҙам иткән. Мейестәр ошо арала яугирҙәргә оҙатыласаҡ.