Барыһы ла Еңеү өсөн
3 Декабрь 2025, 13:45

"Француз" менән осраштыҡ

Ул егеттәргә илебеҙҙең ысын патриоты булып үҫергә кәңәш бирҙе.

Бөгөн бөтә ерҙә лә МХО ла йөрөгән егеттәребеҙ һәм уларҙың ғаиләләре менән осрашыуҙар үтә.
Ҡолсора мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары менән йәнтөйәгебеҙҙең ҡыйыу улдарының береһе, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән "Француз" позывнойлы яугир менән икенсегә осрашыу үтте. "Түнәрәк өҫтәл" артында йәнле һөйләшеү ике сәғәткә яҡын барҙы, уҡысылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр. Осрашыуҙың аҙағында егеттәр Французға Артур Ғәҙелшиндың "Башҡортостан егеттәре" йырын башҡарҙылар.
Беҙ осрашыуға ялға ҡайтҡан дүрт егетебеҙҙе саҡырған инек, үкенескә күрә өсәүһе килә алманылар, эйе ҡыҫҡа ғына ваҡытлы ялдарында һәр кем үҙ ғаиләһе менән булырға, бер аҙ өйҙәрендә эш эшләп китергә лә теләйҙәр. Иң элек имен-һау булһындар, ә осрашыуҙар булыр АЛЛАҺ бирһә.
Беҙҙен бер генә теләк, ергә именлек килһен, күк йөҙө аяҙ, күңелдәребеҙ һәр саҡ тыныс булһын, яу яланындағы егеттәребеҙ имен-һау тыуған яҡтарына, атай-әсәйҙәренә, ғаиләләре янына ҡайтырға насип итһен, тип беҙгә хәбәр итте китапханасы Гүзәл Мөхәмәтҡужина.

 

"Француз" менән осраштыҡ
"Француз" менән осраштыҡ
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас