Баймаҡ лицей-интернаты мәктәбе махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә даими ярҙам күрһәтә. Ошо көндәрҙә улар Баймаҡ ҡалаһындағы “Хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам итеү” үҙәгендә булып ҙур партия гуманитар ярҙам тапшырҙы. Улар араһында медикаменттар, газ баллондары, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, канцелярия тауарҙары, йылы кейемдәр һәм башҡалар бар.
“Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе етәксеһе Рәмис Әмиров уҡыусыларға “Батырлыҡ дәресе” уҙғарҙы һәм музейҙағы экспонаттар менән таныштырҙы. Уның: “Киләсәктә Ватан һағына баҫырға әҙерһегеҙме?” - тигән һорауына уҡыусылар араһынан: “Мотлак хәрби кеше буласаҡмын, Рәсәй именлеген һаҡларға әҙермен”, - тигән яуап ишетеү, оло ғорурлыҡ уятты.
Яугирҙәргә ярҙам күрһәткән уҡыусыларға, мәктәп коллективына, ата-әсәләргә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Патриотик рухта тәрбиәләнгән уҡыусылар – илебеҙҙең киләсәге.