Барыһы ла Еңеү өсөн
3 Декабрь 2025, 11:20

"Ауыл менән ярҙам итәбеҙ"

Икенсе Этҡол ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә даими ярҙам итә. Һуңғы ваҡытта бында окоп шәмдәре эшләүҙе яйға һалдылар.

Икенсе Этҡол ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә даими ярҙам итә. Һуңғы ваҡытта бында окоп шәмдәре эшләүҙе яйға һалдылар. Өйткәндәй, ҡышҡы һыуыҡ миҙгел башланыуын иҫәпкә алып, уларға яугирҙәрҙән һорау ҙур. Ауыл халҡы шулай уҡ медикаменттар, йыл ойоҡбаштар, тәмлексәтәр әҙерләне.

Махсус хәрби операция башланғандан яугирҙәргә гуманитар ылау әҙерләп оҙата башланыҡ. Был изге эшкә һәр кем күңел ҡушыуы буйынса килә. Ә беҙ яугирҙәргә бөтә ауыл менән ярҙам итәбеҙ, - тине урындағы ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Көнһылыу Сөләймәнова.

Гуманитар ярҙам ошо арала яугирҙәргә оҙатыласаҡ.

"Ауыл менән ярҙам итәбеҙ"
"Ауыл менән ярҙам итәбеҙ"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас