Барыһы ла Еңеү өсөн
3 Декабрь 2025, 11:30

Аҡморондар –яугирҙәргә!

Аҡморон ауылының Дамира Әбилева етәкселегендәге “Ышаныслы тыл” ирекмәндәр төркөмө даими яугирҙәргә ярҙам күрһәтә. Бында ҡоро душ әҙерләү буйынса эш яйға һалынған. Әйтергә кәрәк, ул яугирҙәр өсөн бик тә кәрәкле әйберҙәрҙең береһе. 

Аҡморон ауылының Дамира Әбилева етәкселегендәге “Ышаныслы тыл” ирекмәндәр төркөмө даими яугирҙәргә ярҙам күрһәтә. Бында ҡоро душ әҙерләү буйынса эш яйға һалынған. Әйтергә кәрәк, ул яугирҙәр өсөн бик тә кәрәкле әйберҙәрҙең береһе. Бынан тыш аҡморондар маскировкалау селтәре, аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары ла туплап фронтҡа оҙата. Шуныһы ҡыуаныслы, ауыл халҡы аҙнаһына бер-ике тапҡыр посылка туплап, Баймаҡ ҡалаһының “Хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам итеү” үҙәгенә алып килеп тапшыра. Ә унан иһә МХО биләмәһенә даими йөрөгән таксистар аҙнаһына 1-2 тапҡыр посылкаларҙы яугирҙәргә алып барып тапшыра.

Афарин, Аҡморон ирекмәндәре!

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас