Барыһы ла Еңеү өсөн
2 Декабрь 2025, 18:26

Яугир әсәләре саҡырылды

Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы Әҙеһәм Искужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе менән берлектә «Әсә йөрәге» исемле сара үткәрҙе. Унда Темәс, Әмин, Бетерә, Ишей, Һаҡмар ауылдарынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙең әсәләре ҡатнашты.

 Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы Әҙеһәм Искужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе менән берлектә «Әсә йөрәге» исемле сара үткәрҙе. Унда Темәс, Әмин, Бетерә, Ишей, Һаҡмар ауылдарынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙең әсәләре ҡатнашты. Байрамға килгән әсәләрҙе Башҡортостан Республикаһы Милли музейы филиалы Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире Айҙар Рәйес улы Мәжитов сәләмләп, илен һәм ғәзиз тыуған ерен яратҡан, баш өҫтөндәге тыныс күк йөҙөн ышаныслы һаҡлаған һәм дөрөҫ тәрбиә алған улдары өсөн әсәйҙәргә оло рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
Сара Әҙеһәм Искужин исемендәге Темәс балалар сәнғәт мәктәбенең уҡыусылары һәм уҡытыусылары әҙерләгән бай йөкмәткеле концерт программаһы менән үрелеп барҙы. Хореография класы ҡыҙҙары башҡорт бейеүе «Мөғлифә», йыр класы уҡыусыһы Галиева Сафия «Әсәйем, ҡәҙерлем» йыры, ҡурай класы уҡыусылары Әбсәләмова Айна һәм Таштимирова Гөлмира етәкселәре Мәүлит Миңлеғол улы Арсланов менән бергә ҡурайҙа моңло сығыш яһанылар. Ғата Сөләймәнов исемендәге Баймаҡ балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Камил Рамил улы Фәйзуллин килгән ҡунаҡтарға «Рәнйетмәгеҙ әсәләрҙе» һәм «Йәшәргә лә әле йәшәргә» тигән моңло йырҙарын бүләк итте.
Осрашыуҙың икенсе өлөшө яугирҙәрҙең әсәләре өсөн әҙерләнгән сәй өҫтәле артында эскерһеҙ һөйләшеү һәм аралашыу менән дауам итте.
Мәртәбәле сараны үткәреүҙә ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн Әлфиә Нияз ҡыҙы Әхмәтшина етәкләгән Темәс балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларына һәм коллективына, шулай уҡ байрамды музыкаль яҡтан биҙәүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн Айрат Әхәт улы Шәриповҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе һәм оло хөрмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
 
Гөлдәр Изибаева, Темәс ауылы

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас