+21 °С
Облачно
Буранбай ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам ебәреүен дауам итә. Ошо көндәрҙә улар аҙыҡ-түлек, көнкүреш әйберҙәре тупланы, май шәмдәре эшләне. Сафия Ҡәһәрмән ҡыҙы, үкенескә ҡаршы, яуҙа батырҙарса һәләк булған улы Рәмзилгә тип бәйләгән ойоҡбаштарҙы алып килеп тапшырҙы. "Улыма насип булмаһа ла, башҡа берәй һалдаттың аяҡтарын йылытыр "- тигән теләктәрен дә еткерҙе яугир әсәһе.
Күмәкләгән - яу ҡайтарған. Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләйбеҙ.