Барыһы ла Еңеү өсөн
2 Декабрь 2025, 06:55

«Мөғжизәләр уйыны»

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре һәм ҡатындары өсөн шәп сара уҙҙы.

Мерәҫ ауылында Мерәҫ, Түбә, Ишмырҙа ауылының МХО әсәләре, ҡатындары өсөн «Мөғжизәләр уйыны» үтте. Мәҙәни ойоштороусы Айһылыу Дауытбаева уйынды ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп уҙғарҙы.
Ҡатнашыусылар араһында Зифа Мәжитова, Фәниә Мәҡсүтова һәм Нәркәс Иманғолова булды. Матур, күңелле уйында финалға сығып, иң төп бүләкте Фәниә Мәҡсүтова алды. Афарин! Түбәләр, һәр ваҡыттағыса, һынатмай! Барығыҙға ла, ваҡыт табып, Мерәҫкә барыуығыҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм!
Ә инде Мерәҫтең ҡатын-ҡыҙҙарына, матур ҡаршы алып, тәмле сәй табыны ойоштороп, йүгереп йөрөүҙәре өсөн айырыуса рәхмәт. Һау булайыҡ, бергә булайыҡ, әүҙем булайыҡ!!!

Зилә Үтәбаева, мәҙәни ойоштороусы.

«Мөғжизәләр уйыны»
«Мөғжизәләр уйыны»
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас