Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙҙең әсәйҙәрен, әсәләр көнө менән ҡотлап,, Батыр ул үҫтергән әсә" исемле осрашыу үтте.
Уҡыусыларға Альбина Памир ҡыҙы улы Зарипов Азаматтың Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юлланғанын һөйләне. Спорт буйынса шөғөлләнеп, кадет мәктәбендә уҡып, һуңынан СПТУ -ла үҙенә кәрәк һөнәрҙәрен алған.Уҡыусылар менән Альбина Памир ҡыҙының улы, Азаматтың алла бирһә иҫән- һау ғына булып, ҡайтыуын теләнек.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән Искәндәрова Алсыу Рәис ҡыҙын да барып ҡотланыҡ. Улы Искәндәров Рәил Фәнис улы махсус хәрби операцияла ҡатнашып, мәрхүм булып ҡала.
Батыр ул үҫтергән әсәйҙәргә сабырлыҡ, түҙемлек, ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ.