+21 °С
Болотло
Баймаҡ ҡалаһының “Толпар” балалар баҡсаһы яугирҙәргә гуманитар ярҙам күрһәтә. Учреждение хеҙмәткәрҙәре, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре бындай акцияға ихлас ҡушылды. Хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү үҙәгенә барлығы ун ике ҡумта ярҙам алып килеп тапшырҙылар. Тәрбиәселәр борщ һәм турама әҙерләп банкаларға япты. Шулай уҡ берҙәм көс менән медикаменттар, аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр һәм башҡа бик күп ярҙам тупланды. Уларҙың барыһы ла ошо көндәрҙә яугирҙәргә оҙатыласаҡ.