+24 °С
Ямғыр
Ишмөхәмәт ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға сираттағы ярҙам оҙатыуға әҙерләне.
Зәкиә һәм Мәхмүт Әбүбәкировтар ғаиләһе ҡорбан салған ине. Уларҙан ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары быҡтырып, банкаларға япты. Был яуаплы эште Фәймә Баймөхәмәтова, Мәрйәм Тимербулатова, Резеда Әбүбәкирова, Асия Мортазиналар атҡарып сыҡты. Бөгөн ишмөхәмәттәр әҙерләгән был гуманитар ярҙамды Баймаҡ ҡалаһындағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам итеү үҙәгенә алып килеп тапшырҙы.
Салған ҡорбандың сауаптарын насип итһен.